Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Пицца

Ҡамыр йәймәй генә пицца бешерергә теләк бармы?    1 йомортҡа, яртышар балғалаҡ тоҙ менән шәкәр, 350 кефир, 230 г он, разрыхлитель ҡушып ҡамыр иҙеп алабыҙ.    Соус өсөн 2 аш ҡалағы томат паста, 60 һыу, 3 теш һарымһаҡ, тәмләткестәр ҡулланыла.    Эслеккә 1 помидор

Ҡамыр йәймәй генә пицца бешерергә теләк бармы? 

1 йомортҡа, яртышар балғалаҡ тоҙ менән шәкәр, 350 кефир, 230 г он, разрыхлитель ҡушып ҡамыр иҙеп алабыҙ. 

Соус өсөн 2 аш ҡалағы томат паста, 60 һыу, 3 теш һарымһаҡ, тәмләткестәр ҡулланыла. 

Эслеккә 1 помидор, 100 г колбаса, 150 г сыр кәрәк була. 

 

Ҡамыр ҡоймаҡтыҡынан саҡ ҡына ҡуйыраҡ килеп сыҡһын. Формаға ҡойоп, тигеҙләйбеҙ ҙә 200 градусҡа тикдем ҡыҙған духовкаға оҙатабыҙ. 

20 минуттан алып, өҫтөнә томат һылайбыҙ ҙа эслекте матур итеп теҙәбеҙ һәм йәнә духовкаға 10-15 минутҡа ҡуйып торабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: