Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшен уты (шаровая молния) килеп инһә

нимә эшләргә?

Йортоғоҙға (тәҙрә аша булыуы мөмкин) шар формаһындағы йәшен уты килеп инһә, нимә эшләргә? Иң тәүҙә шуны иҫтә тоторға кәрәк – йәшен шарының траекторияһын бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Шулай ҙа ҡырҡа хәрәкәттәр яһарға, унан бигерәк, йүгерергә ярамай: йәшен шары һауа ағымы буйлап хәрәкәт итә. Был осраҡта электр приборҙарынан, сымдарҙан ситтәрәк тороғоҙ, тимер әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Ярты минут та үтмәҫ, үҙе артынан ишектә тишек ҡалдырып, йә, озон еҫе аңҡытып, ут юҡҡа сығыр. Бындай “ҡунаҡтарҙан” һуң янғын сығыу осраҡтары ла күҙәтелеүе тураһында иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: