Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Июль айында йыйыла торған үләндәр

Ҡайын япраҡтары — организмдан шлактарҙы сығарырға, ҡанды таҙартырға булышлыҡ итә.       Һыу боросо (горец перечный) — тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла.

Июль айында йыйыла торған үләндәр
Июль айында йыйыла торған үләндәр

Һары мәтрүшкә — аш эшкәртеүҙе һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды туҡтата, тынысландыра, йүтәлдән ҡотҡара, стоматит һәм гингивит ваҡытында ҡулланыла.

 

Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары — матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ангина ваҡытында бөтөрөргә ярҙам итә.

 

Ҡылыс үлән (аир) — ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, елкенһенеүгә ҡаршы файҙаланыла, температураны төшөрә.

 

Багульник үләне — үпкә ауырыуҙары, бөйөр, ашҡаҙан-эсәклек, тоҙ ултырыу ауырыуҙарынан, ревматизмдан ҡотҡара.

 

Ҡайын япраҡтары — организмдан шлактарҙы сығарырға, ҡанды таҙартырға булышлыҡ итә.

 

Һыу боросо (горец перечный) — тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла.

 

Мәтрүшкә — һалҡын тигәндән, йоҡоһоҙлоҡтан файҙаланыла, нерв системаһын тынысландыра.

 

Дегәнәк тамыры — сәсте нығыта.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: