Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бик тәмле пончиктар

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 5 стакан он, яртышар стакан шәкәр, һыу, 1,5 стакан һөт, 11 г әсетке, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ сода кәрәк була. 

Ярты стакан йылымыс һыуға бер аш ҡалағы шәкәр, 11 г әсетке һалып, ҡабартып алабыҙ. 

Һауытҡа ондоң яртыһын, сода, тоҙ, шәкәр һалып туҡып алығыҙ. Унан йомортҡа, үҫемлек майы, йылымыс һөт һәм әсетке ҡушып йәнә туҡығыҙ. 

Ҡалған ондо өҫтәп, яҡшылап ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешергә тейеш түгел.

Ҡалҡҡан ҡамырҙы форма менән киҫкеләп, 30 минут ҡалдырып тороғоҙ.  Ҡалҡҡан ҡамырҙы майҙа ике яҡлап бешереп алығыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: