Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше

Ҡамырҙы 2-3 сәғәт алдан эшләгәндә һәйбәтерәк була.Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк. Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стаканды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.  

Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше
Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше

Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше

 

Ҡамырҙы 2-3 сәғәт алдан эшләгәндә һәйбәтерәк була.

Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк. Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стаканды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.

 

Ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ, дөгөнө бер аҙ үҫемлек майы ҡушылған тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ. Йөҙөмдө йылымыс һыуҙа тотоп алабыҙ.

 

Ҡабаҡ, йөҙөм, дөгө, шәкәр, самалап тоҙ менән эслек әҙерләйбеҙ.

Хәҙер инде ҡамыр йәйеп, эслеген һалырға ғына ҡалды. Әйткәндәй, эслеккә аҡ май ҡушһаң, бигерәк тә тәмле була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: