Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тәмле бәлеш

Был тәмлее генә бәлеш өсөн ыуалып торған (песочный) ҡамыр ҡулланыла. Был ҡамырҙы әҙерләү өсөн 50 г әсетке, 300 г ҡаймаҡ, 250 г аҡ май, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 кг он алына. 

Эслек 250 г ҡаймаҡ, 250 г сгущёнка, 2 йомортҡа, 500 г чернослив, әстрәхән сәтләүеге алына. 

Башланыҡ! 

Ҡара емеште тартып, бер аҙ һыуҙа йомшартып алығыҙ ҙа ит турағыстан үткәрегеҙ. Әгәр ҡуйы булһа, саҡ ҡына һву өҫтәгеҙ, әсерәк булһа, шәкәр өҫтәгеҙ.  

2 йомортҡаны күпергәнсе туҡығыҙ ҙа ҡаймаҡ (магазиндыҡы) һәм сгущёнка ҡушып болғатығыҙ.  Шулай уҡ саҡ ҡына шәкәр ҡушырға ла була. 

Ҡамырҙы йәйеп табаға һалығыҙ ҙа ҡара емеште теҙегеҙ. Уның өҫтөнә сгущёнкалы ҡатнашманы ҡойоғоҙ. Аҙаҡ әстрәхән сәтләүеген теҙегеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: