Был мөғжизәле ҡатнашма аяҡҡа сыҡҡан бәшмәкте, күгәргән урынды, ҡанап торған яраны, быуын ауыртыуын, күҙ ялҡынһыулаһа бөтөрә, ҡул тиреһен йәшәртә.
👉Бәшмәкте бөтөрһөн өсөн 1 аш ҡалағы кастр майына 1 аш ҡалағы сода ҡушып болғатығыҙ. Был иҙмәне бәшмәк сыҡҡан ергә һылағыҙ. Ярты сәғәттән һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ ҙә ҡоротоп һөртөгөҙ.
👉Күгәргән һәм ҡанап торған яраны ла үрҙәге рецепт менән бөтөрәләр.
👉Быуын (тубыҡ) ауыртһа ла ошо уҡ рецепт ярҙам итә.
👉Күҙ ялҡынһыулап торһа, 1 балғалаҡ кастр майына ярты балғалаҡ сода ҡушығыҙ. Был иҙмәне күҙ өҫтөндәге тирегә һылағыҙ һәм 20 минуттан йыуып төшөрөгөҙ. Ошолай иткәндә шулай уҡ күҙ тирәһе ҡарайып торғанда ла ярҙам итә.
👉
5. Ҡул тиреһен йәшәртеү өсөн 1 аш ҡалағы кастр майына 1 аш ҡалағы тоҙ ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан скраб менән ҡулығыҙҙы ышҡығыҙ. 3 минуттан йыуып төшөрөгөҙ.