Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Июль 2024, 07:15

Аяҡ һөйәге сорсайып сығып торһа...

Был өс рецепт моғайын да һеҙгә ярап ҡалыр.    ✔Йод - 10мл  Аспирин (Ацетилсалициловая кислота) - 5 таблетка  Аспиринды иҙеп йодаға һалығыҙ, унан яҡшылап болғатығыҙ. Ул үтә күренмәле шыйыҡсаға әйләнер.  Был иҙмәне ауыртҡан урынға һөртөгөҙ (ул аяҡта сорсайып сығып торған һөйәк булһынмы, ҡулда килеп сыҡҡанымы) һәм йылы ойоҡбаш, ҡулығыҙға бирсәткә кейегеҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.    ✔Ҡуҙғалаҡты бутҡа кеүек

Был өс рецепт моғайын да һеҙгә ярап ҡалыр. 

 

✔Йод - 10мл 

Аспирин (Ацетилсалициловая кислота) - 5 таблетка 

Аспиринды иҙеп йодаға һалығыҙ, унан яҡшылап болғатығыҙ. Ул үтә күренмәле шыйыҡсаға әйләнер. 

Был иҙмәне ауыртҡан урынға һөртөгөҙ (ул аяҡта сорсайып сығып торған һөйәк булһынмы, ҡулда килеп сыҡҡанымы) һәм йылы ойоҡбаш, ҡулығыҙға бирсәткә кейегеҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. 

 

✔Ҡуҙғалаҡты бутҡа кеүек иҙегеҙ. Шешмәкләп торған урынға һылағыҙ. Дауаланыу курсы - 1 ай. 

 

✔Күк һуғанды ҡырғыстан үткәрегеҙ. Унан мамыҡ дискыға һалып, пластыр менән аяғығыҙға нығытып ҡуйығыҙ. Өҫтөнән целлофан ҡаплағыҙ. Иртәнсәк йыуып төшөрөгөҙ һәм 10% йода һөртөгөҙ. 

Дауаланыу курсы - 1 ай. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас