Был ҡоймаҡты ҡойоуы шул тиклем еңел. Үҙе йоҡа ғына, селтәрле генә булып килеп сыға.
Башланыҡмы?
3 йомортҡа
ярты балғалаҡ тоҙ
2 аш ҡалағы шәкәр
1 стакан он
1 стакан һөт
1 стакан ҡайнар һыу
3 аш ҡалағы үҫемлек майы
Тап ошо аҙыҡ-түлек кәрәк булыр.
Йомортҡаны шәкәр менән ҡушабыҙ, ондоң яртыһын өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап туҡыйбыҙ.
Хәҙер килеп сыҡҡан массаға һөттө ҡоябыҙ һәм ондоң ҡалғанын һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ һәм, иң аҙаҡтан, ҡайнар һыуҙы ҡоябыҙ.
Табаны ҡыҙҙырырға ултыртабыҙ. Шул арала ҡоймаҡ ҡамырына үҫемлек майын ҡушып туҡыйбыҙ. Ҡыҙыу утта ике яҡлап бешереп алабыҙ.
Әгәр инде ҡоймаҡтың селтәрле булыуын теләһәгеҙ, ҡоймаҡ ҡойған һайын табаны майлап барығыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
Ҡоймаҡтың рецебын үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!