Эҫе һауа торошо бөтә йәштә лә һаулыҡҡа кире йоғонто яһай. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуҙары булған кешеләр, ололар һәм балалар зыян күрә. Күп тирләү арҡаһында организмда һыу һәм тоҙ балансы боҙола, һөҙөмтәлә мускул күҙәнәктәренең туҡланыуы һәм организмдың эшсәнлеге насарая, йөрәк-ҡан тамырҙары өйәнәктәренең йышая. Айырыуса ҡояш һуғыуынан ҡурҡырға кәрәк. Эҫе һуҡҡанда температура күтәрелә, пульс тиҙәйә, баш әйләнеү һәм күңел болғаныу барлыҡҡа килә. Ауыр осраҡтарҙа аңды юғалтыу һәм тартышыу күҙәтелә.
Аномаль эҫелектең кире эҙемтәләрен булдырмау өсөн:
күберәк һыу эсергә, минераль һыу эсергә; өйҙә һалҡынса итеп һаҡлау; интенсив физик көсөргәнешлектән ҡасыу; тәбиғи туҡыманан еңел һәм иркен кейем кейеү; баш кейеме кейергә кәрәк.
Хроник сирлеләр даими эскән дарыуҙарын бергә алып йөрөргә тейеш.