+24 °С
Ямғыр
1 литр йылы һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ һалығыҙ. Был иҙмә эсенә ҡулығыҙҙы 10 минутҡа тығып тороғоҙ.
Унан йыуып тормай ғына түбәндәге майҙы һөртөгөҙ.
Ә был май былай эшләнә: 1 йомортҡа һарыһына 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып, ныҡлап туҡығыҙ.
Майҙы ҡулға һылағандан һуң 20 минут үткәс, йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
3-4 көндән ҡулығыҙҙың йәшәреп, йомшарып, шымарып киткәнен күреп һөйөнөрһөгөҙ!
Һәр саҡ матур һәм бәхетле булып ҡалығыҙ!