+24 °С
Ямғыр
Был рецептты мотлаҡ үҙегеҙгә һаҡлағыҙ.
20 грамм фенхель
20 грамм ромашка
20 грамм бөтнөк
10 грамм тмин
10 грамм мелисса
Тап ошо үләндәр кәрәк була ла инде. Әйткәндәй, быларҙың барыһы ла аптекала һатыла.
Был үләндәрҙе ҡушып бутап алығыҙ. Сәй кеүек бешерер алдынан аҙыраҡ ыуалап алығыҙ.
2 аш ҡалағы үләндәр йыйылмаһын ҙур ғына сынаяҡҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 8 минут төнәткәндән һуң һөҙөгөҙ.
Ашҡаҙанығыҙ ауыртҡанда йәки эс күпкәндә әҙ-әҙләп эсегеҙ. Көнөнә 1-3 сынаяҡ эсергә була.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!