Картуф һыуы - бәүел-енес системаһы ауырыуҙары ваҡытында таштарҙы ваҡлап сығара.
✔️ 1 килограмм картуфты 6 литр һыуҙа ҡайнатығыҙ. Ҡабығын әрсемәһәгеҙ, яҡшыраҡ була. Ә бына күҙҙәрен алырға кәрәк булыр.
▪️Башта ҡыҙыу утта ҡайнағанын көтәбеҙ, унан 4 сәғәт дауамында һүрән утта бешерәбеҙ. Картуф ныҡ итеп иҙелгәнсе бешһен.
▪️Саҡ ҡына тоҙ һалығыҙ, һыуын түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуында иҙегеҙ.
Иҙелгән картуфты бер нисә сәғәт ултыртып торабыҙ. Уның өҫтөнә һыуы ҡалғңҡып сыға. Беҙгә тап ошо һыу кәрәк була ла инде.
✔️ Был һыяуҙы ҡойоп алығыҙ. 40 көн дауамында көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 2 аш ҡалағы эсегеҙ. Дауалау ваҡытында хайуандарҙан алынған ризыҡтарҙы: йомортҡа, ит һәм һөт ризыҡтарынан кәметегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!