Ямғырҙар баҡсаға тағы бер ҡоротҡос бөжәктәрҙе килтерҙе. Ул – лайлалы ҡусҡар (слизень). Кәбеҫтәләге был бөжәктән ҡотолоу өсөн горчица порошогын рәт араһына һибеп сығырға ғына кәрәк. Ямғыр яуһа, процедураны ҡабатлайым. Горчица порошогын был ҡоротҡостарҙан еләк, борос, баклажан һәм башҡа төрлө түтәлдәрҙә лә ҡулланырға мөмкин.
Ҡоро горчица кеблә (тля) һәм ҡырмыҫҡалар менән дә көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ уны түтәлдәргә һибеп сығабыҙ.
Минең баҡсалағы шәхси күҙәтеүҙәрем буйынса төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән горчица төнәтмәһе нығыраҡ ярҙам итә. Бының өсөн 100 грамм порошокты 10 литр һыуға һалып яҡшылап болғатам һәм бер көн ултыртып ҡуям. Һуңынан 1:1 һыу менән ҡушып, бер аҙ шыйыҡ кер һабыны өҫтәйбеҙ. Ошо ҡушылма менән бар йәшелсә, емеште һиптеребеп сығырға була. Күпме эшләһәң дә зыян булмай, ә ҡоротҡс бөжәктәр ҡаса.
Баҡсабыҙ уңышты мул бирһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.