Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2024, 06:55

Үксә шпораһын еңгән үлән

Ямғырҙар еүеш үләнен (мокрица) бүләк итте. Уның файҙаһын күптәр белә. Айырыуса, үксә шпораһы булғандар. Иртәнсәк туйтаңлап, көскә атлап китеү кемгә оҡшаһын? Ниндәй генә мазь һатып алһаң да, бер нәмә лә ярҙам итмәне. Ә бына еүеш үләне ярҙам итте. Бынан тыш уны һыҙлаған аяҡ-ҡулға һалырға, йәшәртеүсе шәп крем эшләп алырға була...

Дауалау үҙенсәлектәре буйынса еүеш үләне (мокрица) женьшенға тиңләштерелә. Ул дауалай алған ауырыуҙар күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында серемде асам. Баҡсала эштәр күп һәм көн аҙағына ҡул йәки тубыҡ ауырта башлауын тоябыҙ. еүеш үләне бәйләмен алып, уны шыптыр моҡсайға һалам, ауырыу урын тирәләй әйләндерәм, бинт йәки бау менән нығытам. Һәм шундай компресс менән 2-3 сәғәт йөрөйөм, ҡулға көс төшөрмәү, китап менән ултырыу йәки телевизор ҡарау яҡшыраҡ. Өс сәғәттән һуң ауыртыу баҫыла. Был процедураны даими эшләргә кәрәк.

Шулай уҡ үләне ярылған табандан да ярҙам итә.

Тағы бер бәлә - үксә шпораһы. Иртәнсәк туйтаңлап, көскә атлап китеү кемгә оҡшаһын? Ниндәй генә мазь һатып алһаң да, бер нәмә лә ярҙам итмәне. Ә был еүеш үләне ярҙам итә.

Бының өсөн еүеш үләнен бер юлы 2 шыптыр моҡсайға йыям. Уларҙы аяҡҡа кейәһең, ә үләнде табан буйлап тигеҙләп бүләбеҙ. Йылы ойоҡбаш кейәһең һәм 3-4 сәғәт йөрөйһөң. Бер аҙнанан һуң шпор юҡҡа сыға, ә үксәләр алһыу һәм шыма булып китә. Шулай уҡ еүеш үләнен ҡул һәм бит тиреһен тәрбиәләү өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн мин үләнде ваҡлайым һәм көнбағыш майы өҫтәйем. Һәм был ҡатнашманы һыуытҡысҡа һалам. Ә бер аҙнанан супер крем әҙер, ул йөҙҙө һәм ҡулдарҙы йәшәртә.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас