Бер стакан йылы һыу эсеү файҙалы булыр, ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлатыр. Ауыртыу һаман да баҫылмаһа, күҙҙе йомоп, бер ни тураһында уйламайынса тыныс ҡына ятып торорға кәрәк. Ятҡан килеш бармаҡтарға, ике ҡолаҡҡа ышҡый-ышҡый массаж яһарға була - был да ҡан тамырҙары киңәйеүгә булышлыҡ итер.
Ауыртыу баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, былай эшләп ҡарағыҙ:
— лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ;
— бер стакан йылы һыуға бер лимон һутын һығып эсегеҙ.