Аптекала һатылған дарыуҙарҙы рецепт буйынса ҡулланмайыҡ әле. Беҙ улар менән матурлыҡ тыуҙырайыҡ.
Порошоклы С витамины
Беҙ уны әҙ генә һыу менән иҙеп, сәс өсөн ҡулланыла торған бальзам менән ҡулшып бутайбыҙ. Сәстәр йылҡылдап киттеме? 
Аспирин
Аҙнаһына бер тапҡыр баллы аспирин менән битегеҙгә маска эшләргә була. Аспиринға 1 тамсы һыу тамыҙып, иҙелгәнен көтәйек. Уға 1 балғалаҡ бал ҡушып, яҡшылап болғатайыҡ. Биткә һылап 10 минут көтәйек тә скраб һымаҡ ыуалап-ыуалап йыуып төшөрәйек.
Ҡыҙарып торған урындар ҙа, кипкән тире ҡалдыҡтары ла юҡҡа сығыр.
Касторка
Был майҙы күптәр керпегенә һөртә. Кастрока менән шулай уҡ сәскә лә маска эшләргә була. Сәс тиҙерәк үҫер. Осо асаланып торһа, усығыҙға май тамыҙып ыуалап алығыҙ ҙа, төнгөлөккә сәс осона һөртөгөҙ.
Бәхетле булайыҡ!