Файҙалы кәңәштәр
21 Июнь 2024, 07:46

Ҡаймаҡлы печенье

Был ябай ғына рецепт. Әммә печеньеһы ғәләмәт тәмле була. Уйламағанда килеп ингән ҡунаҡтарҙы ла ғәжәпләндерерлек, иртәнге сәйҙе лә туҡлыҡлы итерлек, табынығыҙҙың йәме булырлыҡ шәп печенье. 

Ҡаймаҡлы печенье 

Был ябай ғына рецепт. Әммә печеньеһы ғәләмәт тәмле була. Уйламағанда килеп ингән ҡунаҡтарҙы ла ғәжәпләндерерлек, иртәнге сәйҙе лә туҡлыҡлы итерлек, табынығыҙҙың йәме булырлыҡ шәп печенье. 

 

Был печенье өсөн 200 гр ҡаймаҡ, 250 гр маргарин, 2 йомортҡа, 4 стакан он, 1/3 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода алына. 

 

Маргаринды сәнске менән иҙгеләп йомшартып алабыҙ. Унан шәкәр ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. 

Йомортҡаны туҡып алабыҙ ҙа маргаринлы иҙмәгә ҡушып болғатабыҙ. Ошонда уҡ ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ яҡшылап болғатабыҙ. 

Соданы уксус менән һүндерәбеҙ ҙә шулай уҡ ҡушып болғатабыҙ. 

Хәҙер сират онға етте. Етерлек он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. 

 Килеп сыҡҡан ҡамырҙы өскә бүлеп, түңәрәктәр әүәләйбеҙ ҙә һыуытҡысҡа һалып торабыҙ. 

Тәүге шарҙы һыуытҡыстан алып, 0,5 см ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Унан үҙегеҙ теләгән фомала ҡырҡҡылап сығығыҙ. 

Берәй һай тәрилкәгә шәкәр һалып, һәр фигурканы ике яҡлап манып алабыҙ. 

Унан пергамент ҡағыҙ түшәлгән противенға теҙеп сығабыҙ. 

200 градус эҫелектәге духовкала 10-15 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 

Печеньены табынға һыуынғас ҡына ултыртығыҙ. 

Рецепт оҡшаһа, "+" ҡуйығыҙ. Үҙегеҙгә алһағыҙ "лайк"ка баҫығыҙ! 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас