Файҙалы кәңәштәр
12 Июнь 2024, 05:05

Ҡыяр уңышы өсөн ашламалар

Ябай ғына ҡул аҫтындағы ашламалар ҡыярҙы биҙрәләп алырлыҡ уңыш бирҙертер...

Ҡыяр уңышы өсөн ашламаларҠыяр уңышы өсөн ашламалар
Ҡыяр уңышы өсөн ашламалар

Ағас көлө – бик файҙалы ашлама, унда йәшелсәләргә кәрәк булған күп матдәләр бар. Һыу һибер алдынан ҡоро көлдө саҡ ҡына үҫемлектең эргә-тирәһенә һалырға мөмкин. Төнәтмә эшләргә лә була. Бының өсөн 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ көл һалып, 2 аҙна буйы төнәтәләр ҙә һөҙөп алалар. Бер үҫемлектең төбөнә ярты литр иҫәбенән ҡоялар. Йәй буйына быны 5-6 тапҡыр ҡабатлау яҡшы.

Кесерткән төнәтмәһе. 10 литрлы биҙрәнең яртыһы тулғансы кесерткән һалабыҙ ҙа өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. 5 көн буйы тотабыҙ. Артабан 1:10 иҫәбенән һыуға ҡушып ҡыяр төбөнә һибәбеҙ. Бер үҫемлеккә 1 литр кесерткәнле һыу кәрәк. Уңыштар мул булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас