Аспириндан (шпора, варикоз, остеохондроз) шифалы эретмә 💥
Был эретмәне бер тапҡыр ҡулланғандан һуң шпорҙары тураһында оноторға мөмкин, ә 10 көндән һуң аяҡтағы һәм үксәләге тупаҫланған һәм тығыҙланған тире ауыртыуһыҙ таҙартыла.
Ингредиенттары:
10 аспирин таблеткаһы,
250 г араҡы.
Әҙерләү һәм ҡулланыу:
10 таблетка аспиринды онтап, 250 г араҡы ҡойорға. 1-2 тәүлек талап итергә. Таблеткалар тулыһынса эремәй. Бинтты эретмәгә манып алып, үксәгә һалығыҙ, уның өҫтөнән полиэтилен ҡаплағыҙ ҙа нығытып бәйләп ҡуйығыҙ. Өҫтөнән ойоҡбаш кейегеҙ. Төнгөлөкеә ошолай ҡалһын.
Иртәнсәк алып ташлағыҙ. Аяғығыҙҙы һыу менән һөртөп алығыҙ. Ҡоро таҫтамал менән һөртөп алғандан һуң крем менән майлағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!