Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
9 Июнь 2024, 08:10

Ҡыярҙың япрағы һарғайһа, ҡороһа, ағарһа нимә эшләргә?

Баҡсасыларҙы борсоған был күренештән бик шәп ҡотлоу юлы бар...

Ҡыярҙың япрағы һарғайһа, ҡороһа, ағарһа нимә эшләргә?Ҡыярҙың япрағы һарғайһа, ҡороһа, ағарһа нимә эшләргә?
Ҡыярҙың япрағы һарғайһа, ҡороһа, ағарһа нимә эшләргә?
Ҡыярҙың япраҡтары төрлө ауырыуҙарҙан, күп һыу ҡойоуҙан, азот етешмәүҙән һарғая йәки ағара, кибә. Берсә һалҡынса, берсә ныҡ эҫе булыуын да яратмай ҡыяр.
Ҡыярҙағы бәшмәк ауырыуҙарынан “Квадрис”, “Топаз”, “Тиовит Джет” препараттарын һиптерәләр.
Һуған, һарымһаҡ төнәтмәһе лә файҙалы. Ҡыяр япраҡтарына 1 процентлы марганцовка иҙмәһе бөркөп сығырға ла була.
 
Йәшелсәнең 3–4 япрағы күренә башлау менән бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20г кер һабыны һәм 1 литр һөт һалып эшкәртергә кәрәк. 10 көн үткәс, был процедураны тағы ҡабатлағыҙ.
 
Төрлө сирҙәрҙән сода эретмәһе (10 литр һыуға бер аш ҡалағы) лә яҡшы ярҙам итә.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас