Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
9 Июнь 2024, 10:05

Помидорҙан мул уңыш алыу серҙәре

Помидор оҙаҡ һабағында ҡыҙармай ултырһа, икән, йод эретмәһе һалырға кәрәк. Ике көндән өлгөрә башлайҙар...

Помидорҙан мул уңыш алыу серҙәреПомидорҙан мул уңыш алыу серҙәре
Помидорҙан мул уңыш алыу серҙәре

Тышҡа сығарып ултыртырҙан 2-3 көн алда үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын өҙөргә кәрәк;

Күсереп ултыртҡанда соҡорга бер аҙ ағас көлө һалырға онотмағыҙ;

Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыу+ 5 гр кислота);

Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫешенә йод ҡатнашмаһы ярҙам итә: 3 литр һыуға 1 тамсы йод ҡушып һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк буласаҡ. Йод шулай ук помидорҙы фитофтора сиренән һаҡлай. Бер нисә тамсы йод һәм 250 гр һөттө 1 литр һыу менән ҡушып болғатырға һәм помидорға һибеп сығырға кәрәк буласаҡ.

Помидорҙарҙы тышҡа сығарып ултыртҡандан һуң, 200 грамм тауыҡ тиҙәген бер биҙрә һыуға һалып, әсеткәндән һуң, емештәр өлгөргәнсе бер нисә тапҡыр һибергә кәрәк. Шулай иткәндә, помидорҙар һабаҡтарында уҡ ҡыҙарып бешә, ҡараймай.

Помидор һыуҙы ныҡ ярата. Тик уны төбөнә генә һибергә кәрәк. Япраҡтары ҡуйы йәшел икән, тимәк, һыу етмәй. Төрөлә башлаһа, калий етмәүен аңлата. Сәскә атҡан ваҡытында һыйыр тиҙәген әсетеп, һыу менән шыйыҡлап туҡландырабыҙ. Гөрләп үҫеп китәләр. Помидор оҙаҡ һабағында ҡыҙармай ултырһа, икән, йод эретмәһе һалырға кәрәк. Ике көндән өлгөрә башлайҙар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас