Файҙалы кәңәштәр
7 Июнь 2024, 11:23

Быуының һыҙламаҫ...

Бындай ҡатнашманың ярҙам итеүе ғәжәп түгел. Етен майы үҫемлек гормоны, холестерин бляшкаларын эретә, лимон менән бергә бауырҙың үт юлдарын таҙарта. Ә бауыр - беҙҙең йәшлектең төп генераторы. Лимон с витамины-матурлыҡ антиоксиданты, иммунитетты көсәйтә, ҡан тамырҙары стеналарын нығыта, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын таҙарта, ә бал был ҡан тамырҙарына туҡланыу бирә, организмды тергеҙеүсе һәм йәшләндереүсе микроэлементтар килтерә.   Рецептты үҙегеҙгә алырға ашығығыҙ!  * 4/5 стакан етен майы * 4 йәтешерәк лимон  * 3 алған лимон ҙурлыҡтағы һарымһаҡ * 1 кг бал   

Быуының һыҙламаҫ...Быуының һыҙламаҫ...
Быуының һыҙламаҫ...

Ҡартлыҡ ҡас! Был рецептты яҙыр алдынан тап ошо фраза башҡа инде.

Рецептты үҙегеҙгә алырға ашығығыҙ! 

* 4/5 стакан етен майы

* 4 йәтешерәк лимон 

* 3 алған лимон ҙурлыҡтағы һарымһаҡ

* 1 кг бал 

Таҙартылған һарымһаҡты, ҡабығы менән 2 лимонды + 2-үен ҡабығын әрсеп ит турағыстан үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны бал һәм май менән ҡушып болғатабыҙ ҙа банкаға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Әҙер массаны һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Был дауаны ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ашайбыҙ.

Был мөғжизәле ҡатнашманы гел генә ашап торорға кәңәш ителә. Бер банка бөткәс, 1 аҙна ял итеп алырға була. 

Бындай ҡатнашманың ярҙам итеүе ғәжәп түгел. Етен майы үҫемлек гормоны, холестерин бляшкаларын эретә, лимон менән бергә бауырҙың үт юлдарын таҙарта. Ә бауыр - беҙҙең йәшлектең төп генераторы. Лимон с витамины-матурлыҡ антиоксиданты, иммунитетты көсәйтә, ҡан тамырҙары стеналарын нығыта, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын таҙарта, ә бал был ҡан тамырҙарына туҡланыу бирә, организмды тергеҙеүсе һәм йәшләндереүсе микроэлементтар килтерә.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас