Ул серәкәй булһынмы, һағыҙаҡмы, ләпәкәйме - ниндәй генә бөжәк тешләмәһен, урыны ҡысытып, әсетеп тороп ҡала. тырнаған һайын тырнағы килеп кенә тора. Ҡайһы саҡта урыны күп тырнауҙан шешеп, ҡанап, хатта эренләп китә. Был хәлдә булдырмаҫ өсөн ни эшләргә һуң?
Тешләгән урынды дезинфекциялау өсөн ҡул аҫтында водород перекисы, спирт, календула төнәтмәһе булһа бигерәк тә яҡшы.
Шулай уҡ һыуыҡ компресс та ярҙам итә. Был юҫыҡта боҙ, гипотермик һыуытыу пакетын ҡулланыу уңайлы.
Аллергияны бөтөрөү өсөн супрастин, фенистил кеүек һ.б. дарыуҙарҙы эсергә, һөртөргә була.
Ҡысытыуҙы баҫыу өсөн антигистамин кәрәк булыр. Шулай уҡ "Звездочка" бальзамы ла, меновазин да, сәй ағасы майын да ҡулланырға мөмкин.
Әгәр ҡысыуҙы түҙеп булмай икән, стероид гормондары булған берәк крем һөртөгөҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәйгә наҙланып үтһен был миҙгелегеҙ!