+24 °С
Ямғыр
200 мл һыуға 1 балғалаҡ онталған бәпембә тамырын һалып, 3-5 минут ҡайнатырға кәрәк.
Уттан алып, төрөп ултыртығыҙ. Ошолай 50-60 минут төнәтегеҙ.
Төнәтмәне ашарҙан алда көнөнә 4 тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөн эсегеҙ.
Дауаланыу курсы – 14 көн.
Ике аш ҡалағы ваҡ итеп туралған дегәнәк тамырын бер стакан һыуға һалып, 7 минут бешерегеҙ.
Уттан алып, төрөп ултыртығыҙ. Һыуынған төнәтмәне сынаяҡтың 1/4 өлөшөнә ҡойоп эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!