Файҙалы кәңәштәр
2 Июнь 2024, 11:00

Ҡабымлыҡ икмәк

Ҡабымлыҡ икмәкҠабымлыҡ икмәк
Ҡабымлыҡ икмәк

Пикникҡа ҡабымлыҡ икмәк 

 

Ингредиенттары:

🍞Түңәрәк икмәк (бер аҙ ҡатҡаны яҡшыраҡ була)

🍅Ҡабығы таҙартылған томат

🍄 250 г шампиньон

🧄 2 теш һарымһаҡ

🌿 1 шәлкем укроп

🧀 200 г сыр

🥄 5-6 аш ҡалағы зәйтүн майы

🧂 Тоҙ, борос

 

1. Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырырға. 

 

2. Шампиньондарҙы пластинкалар менән турап, 5 минут дауамында 2-3 аш ҡалағы зәйтүн майы менән ҡыҙҙырырға. Һуңынан ваҡланған һарымһаҡ һәм туралған укроп өҫтәйбеҙ. Тағы бер минут. 

3. Помидорҙан һутын ағыҙып, уны киҫәкләп турайҙар. 

 

4. Икмәкте башта арҡырыға, һуңынан буйына аҫҡа еткермәй генә киҫергә. Шулай итеп, яҡынса 2х2 см квадраттарҙан торған рәшәткә барлыҡҡа килә. 

 

5. Икмәккә зәйтүн майы һибеп, һуңынан бәшмәк, помидор менән тултырырға. 

6. Духовкаға 15 минутҡа оҙатып, унан сыр һибеп, йәнә бер-ике минут духовкаға ҡуйырға.

Ялдарығыҙ күңелле үтһен! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас