Файҙалы кәңәштәр
1 Июнь 2024, 08:00

Лимонлы кеүәҫ (квас)

Көндәрҙе эҫене. Әйҙәгеҙ тыуасаҡ эҫе көндәргә лимондан кеүәҫ әҙерләп ҡуяйыҡ. Был тәмле һәм һыуһынды ҡандырыр эсемлек өсөн 3-4 лимон кәрәк булыр.  Был лимондарҙы эҫе һыу менән бешәкләп алығыҙ. Тышы эшкәртелгән химик матдәләр шулай иткәндә юҡҡа сыға. 

Лимонлы кеүәҫ (квас)Лимонлы кеүәҫ (квас)
Лимонлы кеүәҫ (квас)

 

Көндәрҙе эҫене. Әйҙәгеҙ тыуасаҡ эҫе көндәргә лимондан кеүәҫ әҙерләп ҡуяйыҡ. Был тәмле һәм һыуһынды ҡандырыр эсемлек өсөн 3-4 лимон кәрәк булыр. 

Был лимондарҙы эҫе һыу менән бешәкләп алығыҙ. Тышы эшкәртелгән химик матдәләр шулай иткәндә юҡҡа сыға. 

 

Ҙур кәстрүлгә лимон һутын һығығыҙ ҙа 2,5 стакан шәкәр, 20 г әсетке, 100 г йөҙөм һәм лимон цедраһын һалығыҙ. Унан һыу өҫтәп ҡойоп, ике көнгә ҡалдырып тороғоҙ. 

 

Ике көндән һуң кеүәҫ әҙер була. Артабан әсемәһен өсөн һыуытҡыста һаҡлағыҙ. 

Был эсемлек иммунитетты ла, һаулыҡты ла нығыта.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас