Ингредиенттары:
150 гp иретелгән аҡ май;
200 гp ҡаймаҡ
1 йомортҡа
0,5 балғалаҡ тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр
0,5 балғалаҫ cода
450 гp он (саҡ ҡына күберәк йә аҙыраҡ булыуы ихтимал)
⠀
Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Ондо иләйбеҙ һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа ултытртып торабыҙ.
⠀
Эслек:
700 гp кәбеҫтә
1 кишер
1 баш һуған
2-3 аш ҡалағы мәк
50-100 мл һөт
Тәменә ҡарап тоҙ
Ҡурыу өсөн етерлек кимәлдә май
3 йомортҡа
ӘҘЕРЛӘҮ:
Һуғанды турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙа табала ҡурабыҙ. Кәбеҫтәне турап, ыуалайбыҙ. Унан кишер янына оҙатабыҙ. 10-15 минут ҡарайбыҙ.
Ошонда уҡ мәк, һөт, тоҙ ҡушабыҙ. Ҡапҡасын ябып, әҙер булғансы батырыбыҙ.
Һөт парға сығып бөткәс, тиҙ генә 3 йомортҡа туҡып ҡушабыҙ.
Эслек әҙер.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә йәйәбеҙ. Һыуыған эслекте һалып, бәлеш эшләйбеҙ. Икенсе өлөшө менән ҡаплап, бөрөп йәбештереп сығабыҙ.
180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 30-40 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!