Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
27 Май 2024, 09:18

Ҡый үләндәре менән дауаланайыҡ

"Барлыҡ ҡый үләндәре лә дауалай. Дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембә тамырынан эшләнгән төнәтмә барлыҡ ауырыуҙарҙы ла дауалай", -- ти ул. 

Ҡый үләндәре менән дауаланайыҡҠый үләндәре менән дауаланайыҡ
Ҡый үләндәре менән дауаланайыҡ

Был 3 ҡый үләнен йолҡоп ташларға ашыҡмағыҙ. Улар һеңерҙе лә, һөйәкте лә дауалай, нығыта. 

Билдәле үләндәр менән дауалаусы халыҡ табибы Елена Федоровна Зайцева 8 йәшенән фитотерапия менән ҡыҙыҡһына икән. Ул 1100 төрҙән ашыу дарыу үҫемлегенең үҙенсәлектәрен өйрәнеп тә өлгөргән. Елена Федоровна дауалап ҡына ҡалмай, медицина учреждениеларында ла лекциялар менән сығыш яһай. 

"Барлыҡ ҡый үләндәре лә дауалай. Дегәнәк, аҡтамыр һәм бәпембә тамырынан эшләнгән төнәтмә барлыҡ ауырыуҙарҙы ла дауалай", -- ти ул. 

Аҡтамыр 

Беҙҙең киңлектәрҙә таралған был ҡый үләне бик күп ауырыуҙарҙы дауалай. Уны ашап хатта бөтә ҡырағай һәм йорт хайуандарын дауалана.

Аҡтамыр төнәтмәһе һәм ҡайнатмаһын һыу сәсәге, шешенеү, бәүел ҡыуығы дисфункцияһы һәм шешеүенән, бөйөрҙәгә һәм үт ҡыуығындағы ташты ҡыуыу, үпкә ауырыуҙары, эсәк ауырыуҙары, шәкәр диабеты, гипертония, ҡатын-ҡыҙҙарҙа йомортҡа биҙҙәре дисфункцияһы, остеохондроз, экссудатив диатез, фурункулез ваҡытында ҡулланалар.

Аҡтамыр подагра, ревматизм, артрит ваҡытында ауыртыуҙы баҫа.


Бәпембә тамыры 

 

Бәпембә тамыры менән анемияны, ашҡаҙан һәм бауыр яман шешен, быуындар ауырыуын, лимфа төйөндәренең шешеүен, диатезды дауалайҙар.

Дегәнәк тамыры 

Күп йыллыҡ тәжрибәһенә һәм белеменә таянып, Елена Федоровна, дегәнәк барлыҡ онкология ауырыуҙарын дауалай, тип раҫлай. Бынан тыш, ул шәкәр диабеты, бронхит, гайморит осраҡтарында ярҙам итә, быуындарҙы, ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте дауалай. Дегәнәктең тамыры 2-3 ай эсендә хатта С гепатитын дауаларға һәләтле!

Дегәнәк холециститтан ҡотҡара, бөйөрҙәге һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы ваҡлай. Ул башҡа бер нәмә кеүек тә тирене тергеҙә, эренле яраларҙы, пролежендарҙы, экземаларҙы, трофик сей яраларҙы, псориазды, ҡыҙыл бүрене тергеҙә, сәстәрен ҡойоуҙы туҡтата.

Нисек ҡулланырға? 

Үҫемлек тамырҙары иртә яҙҙа иң ҙур ҡиммәткә  эйә, әммә уларҙы көҙөн дә ҡаҙып алырға мөмкин. Һуңынан тамырҙарҙы йыуырға, киптерергә, уңайлы булһын өсөн ҡырҡырға кәрәк.

1 аш ҡалағы ҡоро ваҡланған тамырҙарҙы 2 стакан ҡайнар һыу менән бешерер кәрәк. 10 минут ҡайнатҡандан һуң 2 сәғәт төнәтегеҙ. 

Һөҙөп алынған төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 10-15 минут алда яртышар стакан эсергә. 

Был тамырҙарҙы ҡушып бутап эсергә лә була. Шулай уҡ айырым-айырым да мөмкин. 1 аҙна - дегәнә, икенсе аҙнала бәпембә тамырын, өсөнсө аҙнала аҡтамырҙы эсергә кәңәш ителә.

Дауаланыу курсы - йылына ике тапҡырҙан артмаһын. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас