Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
27 Мая 2024, 15:30

Һарымһаҡ менән дауаланабыҙ

Һарымһаҡты ҡыҙыл шарапта төнәтеп ҡарағанығыҙ бармы? Булмаһа эшләп ҡарағыҙ әле. Ҡалаҡлап ҡына эсһәң, 100 ауырыуға дауа була. 

Һарымһаҡ менән дауаланабыҙҺарымһаҡ менән дауаланабыҙ
Һарымһаҡ менән дауаланабыҙ

Үтә күренмәле шешәгә 12 теш һарымһаҡ төшөрөгөҙ. Тик ул һарымһаҡтарҙың һәр ҡайһыһын 4-кә бүлеп ҡырҡҡылағыҙ. 

Унан шешәгә 3 стакан ҡыҙыл шарапты ҡойоғоҙ. Ҡапҡасын ябып, ҡояшлы тәҙрә төбөнә 2 аҙнаға ултыртып ҡуйығыҙ. Көнөнә 2-3 тапҡыр һелкетеп тороғоҙ. 

2 аҙнанан һуң һөҙөп алығыҙ. 

Әҙер төнәтмәне бер ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ. 

Был төнәтмә организмдан тоҙҙо сығара, эшмәкәрлекте арттыра, ҡанды таҙарта, иммунитетты яҡшырта, тамырҙарҙы нығыта, йөрәккә шифа була. 

Шулай уҡ артыҡ майҙы алып ташлай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас