Файҙалы кәңәштәр
26 Май 2024, 05:12

Күҙең насар күрһә...

Бәпембә, кесерткән, күгклән, һаҙлыҡ эйере, аҡтамыр кеүек дарыу үләндәре күҙҙе яҡшырта.   

Күҙең насар күрһә...Күҙең насар күрһә...
Күҙең насар күрһә...

Был дарыу үләндәре күҙҙе яҡшырта

Бәпембә 

1 стакан кипкән бәпембә үләне һәм тамырын 200 мл һыуға һалып, 10 минут ҡайнат. Унан 30 минут төнәт. Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы эс. 

 

Кесерткән

1 аш ҡалағы кипкән кесерткән үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 15-20 минут төнәт. Был төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс. 

 

Күгүлән (бәпкә үләне) -- Спорыш (горец птичий).

2 аш ҡалағы кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыуҙа 10-15 минут төнәт. Аҙаҡ көнөнә 3-4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс. 

 

Һаҙлыҡ эйере (аир болотный)

1 аш ҡалағы кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 20-30 минут утта тот. Әҙер дауаны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс. 

 

Аҡтамыр 

4 аш ҡалағы яҡшылап онталған кипкән үләнде 1 литр һыуға һалып, һыу күләме 4 тапҡырға тиклем кәмегәнсе ҡайнат. Әҙер булған дауаны көнөнә 4-5 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс. 

 

Һау-сәләмәт бул! Күҙҙәреңдән һөйөн! 

 

Халыҡ медицинаһы рецептары менән һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас