+24 °С
Ямғыр


Итле-картуфлы бәлеш
Ҡамыр өсөн :
- 250 грамм майонез
- 250 грамм ҡала ҡаймағы
- 2 йомортҡа
- 300-350 грамм он
- 0,5 сәй ҡалағы һүндерелгән сода
- тоҙ
Эслеккә:
- 300 грамм фарш
- 400 грамм эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф
- һуған
- тоҙ борос
Майонез, ҡаймаҡ, йомортҡа, тоҙҙо ҡушып бутайбыҙ. Сода, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер аҙ ял иттергәс йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ, эслеген һалабыҙ һәм 180 градуслы мейестә 40-50 минут самаһында бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!