Файҙалы кәңәштәр
25 Май 2024, 05:49

ХИМИОТЕРАПИЯМЫ ӘЛЛӘ ҮЛӘНДӘРМЕ?

Шулай ҙа бәпембәнең бар көсө - тамырында. Беҙ тап ошо тамырҙан ҡәһеүә (кофе) эшләп ҡарайыҡ.    Бәпембәнең 2 йыллыҡ тамырын (ул сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ була) ҡаҙып алабыҙ. Унан 1,5-2 см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә бүлеп, табала йә духовкала ҡыҙҙырып алабыҙ. Һөҙөмтәлә ул

ХИМИОТЕРАПИЯМЫ ӘЛЛӘ ҮЛӘНДӘРМЕ?ХИМИОТЕРАПИЯМЫ ӘЛЛӘ ҮЛӘНДӘРМЕ?
ХИМИОТЕРАПИЯМЫ ӘЛЛӘ ҮЛӘНДӘРМЕ?

Бәпембәнән эшләнгән сәй бик файҙалы. Ул хатта рак күҙәнәктәрен дә үлтерә ала, тип интернет киңлектәрендә яҙалар. Бынан тыш бәпембә сәйе башҡа күп ауырыуҙарға ла дауа булып тора. Сәйҙе бешереүе лә бик еңел. Япраҡтарын йыйып алдың да бешерҙең. 

 

Шулай ҙа бәпембәнең бар көсө - тамырында. Беҙ тап ошо тамырҙан ҡәһеүә (кофе) эшләп ҡарайыҡ. 

Бәпембәнең 2 йыллыҡ тамырын (ул сәтәкәй бармаҡ йыуанлыҡ була) ҡаҙып алабыҙ. Унан 1,5-2 см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә бүлеп, табала йә духовкала ҡыҙҙырып алабыҙ. Һөҙөмтәлә ул асыҡ һоро төҫкә инергә тейеш. Аҙаҡ кофемолкала иҙәбеҙ. Унан ҡәһеүә бешергән кеүек бешерәбеҙ. Кәзә һөтөн ҡушырға мөмкин.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас