Египетса тәмеееее генә бәлеш
Был үҙенсәлекле бәлеште бешереү өсөн ярты балғалаҡ ҡоро сүпрә, 3 стакан он, 200 гр аҡ май, 1 стакан шәкәр, 3 стакан һөт, 2 йомортҡа, 1 семтем тоҙ, 3 аш ҡалағы картуф крахмалы, тәменә ҡарап шәкәр пудраһы, ванилле шәкәр алына.
1 стакан йылы һөткә әсеткене төшөрәбеҙ ҙә ирегәнен көтәбеҙ. Унан 1 йомортҡаны, тоҙ, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Икеһе лә бер иш булырға тейеш! Һәр ҡайһыһын йәйәбеҙ. Аҡ майҙы йомшартып, йәнә икегә бүләбеҙ һәм йәймәгә һылайбыҙ.
Һәр йәймәне тығыҙ рулет итеп урайбыҙ һәм ҡусҡар (улитка) формаһында төрәбеҙ. Унан пленка менән ҡаплап, 2 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Ҡамыр һыуынған арала крем эшләй торайыҡ. Уны Египетта мәгәләбиә тип атайҙар. 1 стакан шәкәргә крахмал ҡушып болғатабыҙ. Унан 1 йомортҡа һалып, ыуалайбыҙ. Аҡ төҫтәге ҡуйы масса килеп сығырға тейеш. Был массаға 2 стакан йылы һөт ҡойоп, һүрән утта ҡайнап сыҡҡансы болғатып торабыҙ. Шулай уҡ ҡуйырғансы болғатыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Әҙер кремды уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ.
Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, һәр йәймәне 3 мм ҡалынлыҡта итеп ҡабаттан йәйәбеҙ. Бер йәймә икенсеһенән саҡ ҡына бәләкәйерәк булһын. Бәләкәсен пергамент ҡағыҙ түшәлгән противенға һалабыҙ. Өҫтөнә крем һалабыҙ ҙа өҫтөн тигеҙләйбеҙ. Хәҙер икенсе йәймәгә сират етте. Уны крем өҫтөнә һалабыҙ. Уның ситен аҫтағы йәймә аҫтына тығабыҙ. Бер нисә урындан сәнске менән тишеп сығабыҙ.
Әҙер бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Өҫтө ҡыҙарып торһон.
Бешеп сыҡҡан бәлеште һыуытабыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр пудраһын һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!