+24 °С
Ямғыр
Варикоздан дауалаусы гөл ул каланхоэ. Төнгөлөккә аяҡтарыңды аҫтан өҫкә ҡарай каланхоэ төнәтмәһе менән ыуып ятһаң файҙалы була.
Төнәтмәне эшләү өсөн ярты литрлы банкаға тураҡлап (бүлгеләп) тултырабыҙ ҙа бер аҙнаға ҡараңғы урынға ултыртып торабыҙ. Мәле менән һелкетеп торор кәрәк.
Төнәтмә әҙер булғас, һөҙәбеҙ.
Әҙер төнәтмәне аяҡҡа аҫтан өҫкә ҡарай һөртөр керәк.
Дауалау курсы – 4 ай.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!