Файҙалы кәңәштәр
19 Май 2024, 11:05

Биш минутта әҙер була торған ҡамыр

Биш минутта ошондай ҡамыр әҙерләп була. Бының өсөн артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй.  1100 гр он, 10 гр ҡоро сүпрә, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 50 + 75 гр үҫемлек майы, 600 мл һыу алына.  Башта ҡоро ингридиенттарҙы бергә ҡушып болғатабыҙ. Унан шыйыҡтарын өҫтәйбеҙ.     

Биш минутта әҙер була торған ҡамырБиш минутта әҙер була торған ҡамыр
Биш минутта әҙер була торған ҡамыр

Биш минутта әҙер була торған ҡамыр

Биш минутта ошондай ҡамыр әҙерләп була. Бының өсөн артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй.

 

Ингредиенттар:

 

1100 гр он

 

10 гр ҡоро сүпрә

 

1 аш ҡалағы шәкәр

 

1 аш ҡалағы тоҙ

 

50 + 75 гр үҫемлек майы

 

600 мл һыу.

 

Башта ҡоро ингридиенттарҙы бергә ҡушып болғатабыҙ. Унан шыйыҡтарын өҫтәйбеҙ. 

 

 Ҡамырҙы 2 минут тирәһе ҡул менән тысҡып алабыҙ ҙа, берәй сәғәткә йылы урынға ултыртып торабыҙ. Унан 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ошолай иткәндә уны йәйеүе еңелерәк була.  

 

Бына ҡамыр әҙер. Хәҙер инде үҙегеҙ теләгәнсә әүәләй алаһығыҙ!

 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас