Файҙалы кәңәштәр
16 Май 2024, 07:26

Еңел генә бәлеш

Был еңел генә бәлеште 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, ярты балғалаҡ сода ҡушып яҡшылап болғаталар.   Эслек өсөн 300 гр фарш, шаҡмаҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына. 

Еңел генә бәлешЕңел генә бәлеш
Еңел генә бәлеш

Был еңел генә бәлеште 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, ярты балғалаҡ сода ҡушып яҡшылап болғаталар.

 

Эслек өсөн 300 гр фарш, шаҡмаҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына. 

 

Кефирға сода һалып, 5 минуттай ултыртып торабыҙ. Унан ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғатабыҙ. Ул ҡалын ҡоймаҡ ҡамыры кеүек ҡуйылыҡта булырға тейеш. 

Форманы майлап, саҡ ҡына он һибәбеҙ ҙә ярты ҡамырҙы ҡоябыҙ. Уның өҫтөнә һуған менән ҡушып болғатылған сей фаршты тигеҙ итеп ипләп кенә йәйеп һалабыҙ. Хәҙер инде ҡалған ҡамыр менән фаршты ҡаплайбыҙ. 

Был бәлеште 170 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минуттай бешереп алабыҙ. 

Бына бәлеш әҙер. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Әйткәндәй, был бәлешкә икенсе төрлө эслек һалырға ла була.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас