Бының өсөн бер нисә ысул бар.
1. Ҡара бойҙай менән бал
Ҡара бойҙайҙы йыуып, киптереп, иҙер кәрәк булыр. Бының өсөн кофемолка ҡулай булыр.
Килеп сыҡҡан "ондо" 1:1 миҡдарҙа бал менән ҡушып болғатыр кәрәк.
Был ҡатнашманы иртәнсәк ас ҡарынға ашап ҡуйығыҙ. Артынан йылы һыу эсегеҙ.
Өлкәндәр өсөн 1 аш ҡалағы норма булһа, балаларға 1-әр балғалаҡ ҡына бирегеҙ.
2. Сөгөлдөр менән кишер һуты
Сөгөлдөрҙөң һутын һығып алығыҙ ҙа 2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
2 сәғәттән һуң уны 3/1 миҡдарҙа кишер һуты менән ҡушып болғатығыҙ.
Килеп сыҡҡан һут 250-300 мл булырға тейеш.
Әҙер һутты ашарҙан 20 минут алда эсегеҙ.
3. Кесерткән япрағынан эшләнгән пудра менән балдан дауа
200 г кипкән кесерткән япрағын порогок кеүек иҙегеҙ.
Уны 1 кг бал менән ҡушып бутағыҙ.
Әҙер ҡатнашманы көнөнә 1-3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр аш ҡалағы ҡабып ҡуйығыҙ. Артынан йылы һыу эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.