Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
13 Май 2024, 13:00

Бешкән крем менән профитроли

Бешкән крем менән әҙерләнгән был профитроли өсөн 300 г он, 100 г аҡ май, 5 йомортҡа, 50 г шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 250 мл һыу алына.    Крем 1 литр һөт, 5 йомортҡа һарыһы, 100 г он, 1 балғалаҡ крахмал, ярты балғалаҡ тоҙ менән әҙерләнә.    Ҡамырҙы әҙерләйек. Бының

Бешкән крем менән профитролиБешкән крем менән профитроли
Бешкән крем менән профитроли

Бешкән крем менән әҙерләнгән был профитроли өсөн 300 г он, 100 г аҡ май, 5 йомортҡа, 50 г шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 250 мл һыу алына. 

Крем 1 литр һөт, 5 йомортҡа һарыһы, 100 г он, 1 балғалаҡ крахмал, ярты балғалаҡ тоҙ менән әҙерләнә. 

Ҡамырҙы әҙерләйек. Бының өсөн табаға аҡ майҙы һалып иретәбеҙ. Унан ошонда уҡ һыу ҡоябыҙ, шәкәр, тоҙ өҫтәп ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. 

Хәҙер инде уттан алып, әҙ-әҙләп он өҫтәйбеҙ. Туҡып торорға онотмайбыҙ.  Төйөрсөктәр ҡалырға тейеш түгел. Ҡамырҙы ситкә ҡуйып торайыҡ. Бер аҙ һыуынһын. 

Ул арала айырым һауытҡа йомортҡаны һатып туҡып алайыҡ. Унан бер аҙ һыуынған ҡамырға туҡылған йомортҡаны ҡушабыҙ. Тик шапылдатып ҡойоп ҡуймағыҙ. Наҙек кенә итеп ағыҙығыҙ. Шул уҡ ваҡытта болғатып та торор кәрәк.  Ҡамыр ҡуйы ҡоймаҡ ҡамырынан да ҡуйыраҡ килеп сыҡһын. 

Хәҙер инде духовканы яндырырға сират етте. Ул ҡыҙыу булырға тейеш. 

Прлтивенға махсус пергамент ҡағыҙын түшәйбеҙ. Ҡағыҙға профитроли теҙеп сығырға кәрәк. Бының өсөн махсус кондитер шприцын йәки аш ҡалағын ҡулланырға мөмкин. 

Унан 220 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкаға тығып, 20 минутҡа онотабыҙ. 20 минут үтеү менән температуранв 40-ҡа тиклем кәметәбеҙ. Йәнә 10 минуттан духовканан алабыҙ. Һыуынһын. 

Йомортҡа һарыһын айырып алып, шәкән ҡушып туҡыйбыҙ. Унан крахмал менән он өҫтәйбеҙ. 

Һөттө йылытырға ултыртабыҙ . һөт өҫтөндә бәләкәй генә күбектәр күренеү менән уттан алабыҙ ҙа йомортҡа туҡылған һауытҡа ауҙарабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа йәнә утҡа ултыртабыҙ.  

Әҙер профитролиҙы тишеп, эсенә крем тултырабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас