Йыуаны 1-2 сәғәт һайын берәр төптән башлап ашарға кәрәк. Бик ҡурҡҡандар йыуаны оҙаҡ итеп сәйнәп ашағандан һуң ярты стакан таҙа шишмә һыуы эсеп ҡуя ала.
Йыуанан һуң башҡа бер ни ҙә ашамай 2-3 сәғәт йөрөһәң – нәҙек һәм йыуан эсәктәге сир тыуҙырыусы микроорганизмдарҙан да ҡотолорға мөмкин.
Ғалимдар асыҡлауынса, йыуалағы матдәләр икмәк әсеткеһе “бәшмәге”н (мицелий) кәметә ала. Ә ҡыш буйына ит, икмәк ризыҡтары ашау һәм аҙ хәрәкәтләнеү эсәктәрҙә тап шул “икмәк әсеткеһе бәшмәге” (дрожжи) йыйылыуға килтерә. Халыҡса әйткәндә, “һауа йыйылыу”, “эс күбеү”ҙе кәметә. Ә был иһә ғөмүмән ашҡаҙан-эсәктәрҙең дөрөҫ эшләп китеүенә булыша.
Йыуаны борон ашҡаҙан һәм аш эшкәртеүе боҙолғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың климаксы осоронда, тын юлы ҡыҫылып быуылғанда, эсәктәге ҡылйыландарҙы ҡыуғанда, зәңге, тиф, грипп, дизентерия кеүек йоғошло ауырыуҙар мәлендә, йәнә күреүҙе яшыртыу, ир-егеттәрҙең енси көсөн арттырыу өсөн күп ҡулланғандар.