

Йәтеш кенә кәбеҫтә, 350 - 400 грамм фарш, тәменә ҡарап тәмләткестәр менән тоҙ, йәшелсә, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ сода йәки 1 пакет разрыхлитель, өймәләмә 8 аш ҡалағы он, форманы майлар өсөн үҫемлек майы, йомортҡа ағы (туҡып бешкән бәлештең өҫтөнә һылар өсөн) алына.
Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ ҙа ҡайнар һыуға тығып алабыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас 1 минут тотабыҙ ҙа дуршлагка ауҙарабыҙ.
Петрушка, укроп, һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ.
Фаршты тәмләткестәр һалып, үҫемлек майы менән ҡурып йәки бешереп алабыҙ. Унан кәбеҫтә һәм йәшелсәләр менән ҡушып болғатабыҙ.
1 стакан кефир менән 1 стакан майонезды табаҡҡа һалып болғатабыҙ. Унан сода һәм 3 йомортҡаны ҡушабыҙ. 8 аш ҡалағы он иләп һалабыҙ ҙа ныҡ итеп туҡыйбыҙ.
Форманы майлабыҙ ҙа ярты ҡамырҙы ҡоябыҙ. Унан ипләп кенә эслекте йәйеп һалабыҙ. Эслекте ҡалған ҡамыр менән ҡаплайбыҙ.
180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 минут бешереп алабыҙ. Бешкәнме-юҡмы икәнен шырпы йәки ағас шпажка менән тикшерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!