Бит тиреһен тәрбиләүҙәге роле...
Бит тирегеҙ майлы булһа, крахмал менән битлек эшләгеҙ. Бының өсөн 0,5 стакан йылы һыуҙа 2 аш ҡалағы крахмалды иҙеп, ҡатнашмаға дымландырыусы крем өҫтәгеҙ. Битегеҙгә һөртөп, 20 минут тирәһенә ҡалдырып тороғоҙ. Унан йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Бындай битлекте аҙнаһына 3 тапҡыр ҡулланырға мөмкин.
Тәҙрә йыуабыҙ...
1 стакан уксусты, ярты лимон һутын, 1 стакан һыуҙы һәм 2 аш ҡалағы крахмалды ҡушып болғатабыҙ. Унан пульверизаторға ҡойоп, тәҙрәгә һиптертеп сығабыҙ. Аҙаҡ ҡоротоп һөртөп сығыу ҙа етә.
Майлы таптарҙы бөтөрә
Кейемдән дивандан майлы тапты бөтөрөр өсөн 50 мл һөт менән 4 аш ҡалағы крахмалдан паста эшләгеҙ. Тапҡа төнгөлөккә һылағыҙ. Иртән һыпырып төшөрөргә була. Диванды саңһурҙырғыс менән таҙартығыҙ.
Аяҡ кейеменән насар еҫте бөтөрөү өсөн төнгөлөккә эсенә крахмал һалығыҙ ҙа иртәнсәк саңһурҙырғыс менән һурҙырып алығыҙ.
Еңел генә үтекләр өсөн 2 стакан һыуға 1 балғалаҡ крахмал һалып болғатығыҙ ҙа пульверизатор ярҙамында һиптертегеҙ.
Китап күгәрһә, китапҡа күп итеп крахмал һибегеҙ.