Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор

Ҡурай еләге яратаһыңмы? Уңыш өсөн гәзит ҡуллан

Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ. Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3 – 4 градусҡа йылыраҡ була. Тағы ла...

Ҡурай еләге яратаһыңмы? Уңыш өсөн гәзит ҡулланҠурай еләге яратаһыңмы? Уңыш өсөн гәзит ҡуллан
Ҡурай еләге яратаһыңмы? Уңыш өсөн гәзит ҡуллан

Һәр кемдең йортонда байтаҡ макулатура йыйылып китә. Күптәр уны сүплеккә ташлай йә яндыра. Ә бит ул мульча (мульча - сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн тупраҡҡа йәйелә торған материал) өсөн иң яҡшы материал! Тик бының өсөн ҡаралы-аҡлы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ.

Ҡағыҙ мульчаһын ҡурай еләге аҫтына һалығыҙ һәм бай уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ. Ул шулай уҡ ҡуҙаҡлы культураларға ныҡ килешә. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ. Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3 – 4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас