Әгәр ҡыяр түтәленә көнбағыш ултыртһағыҙ, ҡыярҙары күберәк буласаҡ һәм ул йәшелсәне оҙағыраҡ бирәсәк.
Алмағас менән сейәне бер-береһенән алыҫта ултыртырға кәрәк. Сөнки уларҙың тамыры бер-береһенә насар тәьҫир итә.
Әгәр алмағас аҫтында әрем йәки гөлбаҙран (пижма) үҫтерһәгеҙ, ағасығыҙҙы күп төрлө ҡорттар урап үтер.
Әгәр ҡыярға бет төшһә, бер стакан көлдө 5 литрлыҡ һыуға төнәтегеҙ ҙә, ике сәғәттән һуң шуны япраҡтарына һиптереп сығығыҙ. Бархатцы сәскәһе, бәпембә үләндәре төнәтмәһе лә баҡсаға төшкән беттәрҙән ҡотолорға ярҙам итә.
Иң күп һыу тамырҙары бәләкәй, ә япраҡтары яҫы булған үҫемлектәргә кәрәк: ҡыяр, таш ҡабаҡ, кәбеҫтә, салат, редис.
Помидор эргәһенә базилик сәсһәгеҙ, йәшелсәнең ни тиклем тәмле булыуына иҫегеҙ китер.
Кәбеҫтә янына пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен (ноготки) ултыртыу, уларға ҡорт төшөүҙән һаҡлай.