Витаминдар байлығы

Был шәп ҡатнашма иммунитетты күтәрә, иң кәрәкле витаминдар менән тәьмин итә...

Ит турағыс аша 1/2 стакан йөҙөм,  1 стакан грек сәтләүеге, 0,5 стакан миндаль (кедр сәтләүеге өҫтәү иммунитетты күтәрә), 2 лимонды ҡабығы менән үткәрергә.. Артабан 0,5 стакан курага һәм шул уҡ күләмдә ҡара емеш, 150 грамм бал өҫтәйбеҙ. Унан 1- 2 көн ҡараңғы урында торорға, унан һыуытҡыста һаҡларға.

Өлкәндәргә көнөнә 3 тапҡыр 1-2 аш ҡалағы, балаларға (өс йәштән) көнөнә 2 тапҡыр 1 сәй ҡалағы ашарға.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас