Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор

Картуфтан тәмле генә запеканка

Был тәмлеее запеканка өсөн 1 кг картуф, 500 г шампиньон бәшмәге, 500 г фарш, 1 әур ғына башлы һуған, 80 г аҡ май, 200 мл һөт, 200 г сыр, тоҙ, борос, кипән һарымһаҡ, паприка алына. 

Картуфтан тәмле генә запеканкаКартуфтан тәмле генә запеканка
Картуфтан тәмле генә запеканка

Был тәмлеее запеканка өсөн 1 кг картуф, 500 г шампиньон бәшмәге, 500 г фарш, 1 әур ғына башлы һуған, 80 г аҡ май, 200 мл һөт, 200 г сыр, тоҙ, борос, кипән һарымһаҡ, паприка тәменә ҡарап алына. 

Башта картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. 

Картуф бешкән арала майлы табала һуғанды ҡурабыҙ. Өҫтөнә турап бәшмәк һалабыҙ. Алтынһыу төҫкә ингәс, табагы уттан алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта айырым табала фаршты бешереп алабыҙ. 

Бешкән картуфты иҙәбеҙ ҙә формаға йәйеп һалабыҙ. Унан фарш йәйелә. Аҙаҡ һуғанлы ҡатнашма. Иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ. 

Духовкала өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас