Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор

Сөгөлдөр орлоғон һыуҙа тотоп алабыҙ

Сөгөлдөр шулай уҡ помидор, салат, укроп, һуған, кәбеҫтә менән күршелекте ярата...

Сөгөлдөр тиҙерәк үҫеп сығыуын теләһәгеҙ, уның орлоҡтарын сепрәккә төрөп йылымыс һыуҙа 8 сәғәт тотоғоҙ. 4 сәғәттән һыуҙы алмаштырабыҙ. Тура сәсергә лә була. Әммә ул осраҡта ҡоро орлоҡ оҙағыраҡ сыға. Быға тиклем һуған, борсаҡ, картуф, ҡыяр, помидор үҫкән түтәлдә яҡшы үҫә. Сөгөлдөр шулай уҡ помидор, салат, укроп, һуған, кәбеҫтә менән “күрше” үҫергә ярата. Түтәлде әҙерләп, 1 кв.метрға бер биҙрә серетмә йәки компост менән бутағыҙ. Йәки суперфосфат ҡулланығыҙ (1 кв. метрға 1 аш ҡалағы). Сәсеү тәрәнлеге – 3 – 4 см, рәттәр араһы 30 см булырға тейеш. Бураҙналар әҙер булғас, уларға һыу һибегеҙ, унан орлоҡтарҙы һалып сығығыҙ. Өҫтөнә тупраҡ, унан торф, серетмә һалырға һәм тағы ла һыу һибергә кәрәк. Әгәр сөгөлдөрөгөҙ үтә лә татлы булыуын теләһәгеҙ, түтәлгә миҙгел эсендә өс мәртәбә, ай һайын, тоҙло һыу һибегеҙ (10 литр һыуға 1 аш ҡалағы).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас