Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
30 Апрель 2024, 05:00

Күк сәскәнең файҙаһы

Сәскәнең төнәтмәһен шулай уҡ йөрәк, баш һәм ашҡаҙан сирҙәренән эсәләр...

Күк сәскәнең (василек синий) сәскәләре бигерәк тә бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауыртыуҙарынан файҙалы. Сәскәнең төнәтмәһен шулай уҡ йөрәк, баш һәм ашҡаҙан сирҙәренән эсәләр. Үләндең төнәтмәһен һары һыу ауырыуынан, күрем ваҡыты тотҡарланғанда ҡабул итәләр. Күк сәскә үләнен балаятҡынан ҡан китеү, дауамлы ауыртыу лы күрем кеүек ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында ҡулланырға ярамай, шулай уҡ был үлән препараттарын йөклө ваҡытта ҡабул итеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас