+24 °С
Ямғыр
Йәш кесерткән ҡанды таҙарта, ялҡынланыуҙы бөтөрә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, шулай уҡ тынысландырыусы сара. Яңы ғына йыйып алынғаны айырыуса файҙалы. Шулай уҡ туберкулез, геморрой, сей шеш булғанда ҡулланырға була, кесерткән ҡандағы шәкәрҙе кәметә һәм бөйөрҙөң эшен яҡшырта.
Кесерткәндән төнәтмә: 3–4 йәш кесерткән япрағына бер стакан ҡайнар һыуға һалып бер сәғәт тоторға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 2–3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Кесерткәнде ҡандың тиҙ ойошҡанлығында, гипертоник сирҙәр һәм атеросклероз осраҡтарында файҙаланыу тыйыла.
Хужабикәләр ҡуҙғалаҡ, кесерткән, йәшел һуған ҡушып салат, бешерелгән йомортҡа һәм ҡаймаҡ ҡушып аш бешерә.