Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
Халыҡ медицинаһында яңы өҙөп алынған үгәй инә үләне япрағынан алынған һут менән үпкә туберкулезын дауалайҙар. Һутты көнөнә 2 3 тапҡыр, ашар алдынан, 1 балғалаҡ эсергә.
Киптереп онталған үгәй инә үләне япрағын папирос рәүешендә көйрәтеү тын ҡурылыуҙан килешә. Яңы өҙөп алынған япраҡты яра-йәрәхәткә, эренле шеш-сиҡанға ябып бәйләү файҙалы. Япраҡты иҙеп сөйәлгә компресс эшләү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирергә мөмкин.
«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре », Варис Ғүмәров.